Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Октябрь 2019, 11:09

Өфөлә һөнәрҙәр йәрминкәһендә эш табырға мөмкин

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 31 октябрҙә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятие-ойошмаларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән эш урындары араһында — администратор, водитель, йөк тейәүсе, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, әйбер төрөүсе, электрик һәм башҡалар.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Читайте нас: