06:32 (UTC+5), 25 Октября 2019

Республикала помидор һәм ҡыяр ҡиммәтләнде

Галина Бахшиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 14 октябрҙән 21-енә тиклем ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде. Ошо хаҡта һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса Башстат аналитиктары һөйләне.
Айырыуса помидор ҡиммәтләнде. Уның хаҡы 6,3% күтәрелде. Уртаса хаҡ — 71,94 һум. Ҡарабойҙай ярмаһы 5,3% ҡыйбатланды һәм хәҙер уның килограмы яҡынса 45,27 һум тора. Ит консерваларына хаҡ 3,8% күтәрелде. Хәҙер 350 грамм өсөн 128,1 һум түләргә кәрәк. Шулай уҡ ҡыяр — 2,9% (бер килограмы — 69,32 һум); көнбайыш майы — 2,6% (бер литры — 96,31 һум); кишер 2,4% (бер килограмы — 18,32 һум) ҡиммәтләнде, тип белдерҙе Башстат.
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек, киреһенсә, арзанайҙы. Аҡ күсәнле кәбеҫтәнең хаҡы 6,4% төштө һәм хәҙер уның бер килограмы 16,89 һум тәшкил итә. Шулай уҡ тары ярмаһы — 2,6% (бер килограмы — 69,61 һум), шәкәр — 1,9% (бер килограмы — 31,18 һум) осһоҙайҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика