03:43 (UTC+5), 25 Октября 2019

Республикала күп балалы ғаиләләрҙең ҡайһы бер категорияларына 600 мең һум бүлеү тураһында закон ҡабул ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан парламенты депутаттары күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр ҡабул итте һәм 600 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға тейешле категорияларҙы киңәйтте.
«Һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ошондай ярҙам күрһәтелә лә инде. Был законды ҡабул иткәс, 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр ҙә шундай ярҙамға хоҡуҡлы булды. Закон социаль ғәҙеллек булдыра», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Ҡабул ителгән закон тексына республика башлығы ҡул ҡуйырға тейеш. Ул 2020 йылдың ғинуарынан көсөнә инер һәм төбәктә демографик хәлде яҡшыртыр тип күҙаллана.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереүҙе 24 октябрҙә Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышында ҡарауҙары тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика