05:18 (UTC+5), 24 Октября 2019

Республикала 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы дәүләт гарантиялары программаһы 6,5% арттырылды

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2020 йылға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы 58 миллиард 89 миллион һум күләмендә раҫланды – ағымдағы йылдың суммаһынан 6,5% күберәк. Был турала «Башинформ» агентлығында дарыуҙар менән тәьмин итеү хаҡында матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау министрының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ольга Горбацевич хәбәр итте.
2019 йылда программаның хаҡы ике финанслау сығанағынан 67 миллиард һум булды. Шуның 52 миллиарды мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһы буйынса күсте. Бюджет финанслауы йәһәтенән ҡытлыҡ 0,1% (23 миллион һум) тәшкил итте, ләкин сентябрҙә бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң өҫтәмә аҡса бүленде.
Быйыл тәүге тапҡыр онкология буйынса айырым норматив билдәләнде, тип хәтергә төшөрҙө министр урынбаҫары. Республика Башлығы указы менән онкология сирҙәрен иртә асыҡлауҙы дәртләндереү өсөн дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында диагноздар ҡуйған табиптарға 5 мең һум премия тәғәйенләнә. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса 2785 раҫланған осраҡ өсөн 1633 медик түләүҙәр алды.
Йыл башында дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 1,7 миллиард һум бүленде. 2020 йылға сумма 2,5 миллиард һумға арттырылды. Медицина учреждениеларынан ғаризалар йыйылды һәм рәсмиләштерелде, конкурс процедуралары тейешле ваҡытта үтергә тейеш, тине министр урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика