07:22 (UTC+5), 24 Октябрь 2019

Флүр Әсәҙуллин Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республикала Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса яңы вәкил тәғәйенләне. Ул – Флүр Әсәҙуллин.
Депутаттар алдындағы сығышында ул, бизнес-омбудсмендың эшендә иң мөһиме һан күрһәткестәре түгел, ә эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡабул итеүҙәр һәм ҡаралған ялыуҙар һанын уңыш тип иҫәпләргә ярамай.
«Флүр Әсәҙуллин иҡтисад өлкәһендә ҙур эш тәжрибәһенә эйә, эшҡыуарҙар берләшмәһен борсоған проблемаларҙы һәйбәт белә. Үҙенең һөнәри эшмәкәрлегендә ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләнде, республика маҡсатлы программаларын ғәмәлгә ашырыуға яуаплы булды. Туплаған тәжрибәһе Флүр Әсәҙуллинға йүнселдәр берләшмәһе ҡуйған бурыстарҙы уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирер», — тине республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Белешмә
Флүр Минзаһит улы Әсәҙуллин 1969 йылда Дәүләкәндә тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын һәм Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. III һәм V саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, инвестициялар йәлеп итеү буйынса төбәк агентлығы директоры вазифаларын биләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика