Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.43
+0.4
94.09
+0.38
66.45
-0.15
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2019, 14:51
Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмене
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 18,3 мең кеше тәшкил итә. Был ағымдағы йылдың 1 сентябренә ҡарағанда 6,7 процентҡа аҙыраҡ.
1 октябргә ҡарата, Башҡортостанда 16,7 мең кешегә эшһеҙлек пособиеһы түләнә.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле эшсе көстәр һанына 0,9 процент тәшкил итте.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә
, һайланма тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер Башҡортостанда эшсе көстәр — 1,884 миллион кешенән ашыу. Волга буйы федераль округында — 14,762 миллион, Рәсәйҙә — 75,541 миллион кеше.
http://www.bashinform.ru/news/1370035-v-bashkirii-snizilas-chislennost-bezrabotnykh-/
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
эшһеҙҙәр
Читайте нас: