Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.21
-0.44
91.94
-0.07
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2019, 09:04

Республикала тәьмин итеүселәр ҡарабойҙайҙың ҡиммәтләнеүен хәбәр итте

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Бөгөн яҡынса 15% артыу теркәлә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
«Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, кисә уны 46 һумдан алды», — тип аңлатты Ғиндуллин.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡиммәтләнеүгә бәйле, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Әлегә хаҡты арттырыуҙың сәбәбе хәбәр ителмәй.
Читайте нас