13:29 (UTC+5), 23 Октябрь 2019

Радий Хәбиров Өфө районында «Өфөмебель» компанияһының етештереү цехтарын ҡараны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө районына эш сәфәре Михайловка ауылынан башланды. «Өфөмебель» компанияһының төп етештереү цехтары ошонда урынлашҡан. Республика етәксеһе быйыл март айында Ҡариҙел районында был предприятиеның эше менән танышҡайны инде. Унда ла компанияның ағастан йыһаз эшләү майҙансыҡтары бар.
Радий Хәбиров предприятиеның йорт һәм офистар өсөн мебель, мәктәптәр өсөн өҫтәл-ултырғыс яһау цехтарын ҡарап сыҡты, продукцияның хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
Компания хужаһы Виктор Кочубей республика етәксеһенә 1998 йылда нигеҙ һалынған предприятиела бөгөн 550-нән ашыу кеше эшләүе хаҡында һөйләне. Милексе һүҙҙәренсә, улар республика мәктәптәрен сифатлы йыһаз менән менән тәьмин итергә әҙер, бының өсөн компанияла бөтә шарттар бар.
«Өфөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Филиппов журналистарға күптән түгел уларҙың предприятиеһы Өфө районының Чесноковка ауылындағы яңы мәктәпте мебель менән тәьмин итеү өсөн тендерҙа еңеп сығыуы тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм 640 уҡыусыға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһы иһә 160 урынлыҡ. Мәктәп быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Төҙөүселәр үҙҙәренең эштәрен тамамлағас, компания парталар, ултырғыстар, шкафтар һәм башҡа йыһаздар килтерә башлай.
Виктор Кочубей һүҙҙәренсә, уларҙың компанияһы ғорурлана алырлыҡ проекттарҙың береһе — Новосибирскиҙа Себер федераль университетын мебель менән тәьмин итеү. Ул саҡта контракттың суммаһы 120 миллион һум тәшкил иткән. Ләкин бөгөн был баҙарҙа эшләүе бик ауыр.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер федераль закон шундай: тендерҙа сифатлы продукциялы түгел, ә иң түбән хаҡ тәҡдим иткән компаниялар еңеп сыға. Һуңынан был йыһаздарҙы капиталь төҙөлөш идаралығы эшселәре йәки хатта уҡытыусылар, ата-әсәләр еренә еткереп эшләй. Бындай мебель ни бары бер-ике йыл файҙаланыуға иҫәпләнгән», — тип билдәләне Виктор Кочубей.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика