05:26 (UTC+5), 23 Октября 2019

Рәсәйҙең финанс министры 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасағы тураһында белдерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе. РИА-Новости, беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәренә таянып, «бюджет инфляция һалымы эш хаҡын, пенсияны, һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны ашамаҫлыҡ итеп төҙөлгән» тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Беренсе канал эфирында һуңғы алты йылда бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡының һиҙерлек артыуын да билдәләне.
Бюджет проекты 23 октябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡарала.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан статистиктары 2019 йылдың икенсе кварталында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әйтәйек, балалар баҡсаһында тәрбиәсенең уртаса айлыҡ эш хаҡы – 29 576 һум, уҡытыусыларҙың – 31 982 һум. Республикала табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡына килгәндә, быйыл икенсе кварталда ул 64 089 һумдан ашты. Шәфҡәт туташтарының эш хаҡы ике тапҡырға аҙыраҡ – уртаса 32 238 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика