04:02 (UTC+5), 22 Октября 2019

«Башинформ» агентлығы «Изгелек импульсы» федераль премияһын алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мәскәүҙә VIII «Изгелек импульсы» премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Премия йыл һайын социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн тапшырыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Киң мәғлүмәт сараһында социаль эшҡыуарлыҡты иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн» номинацияһында премия лауреаты булды, Мәскәүҙәге тантаналы агентлыҡ исеменән баш мөхәррир урынбаҫары Рушана Ибраева ҡатнашты. Был номинацияла социаль эшҡыуарлыҡ тураһында иң күп сифатлы мәҡәләләр өсөн киң мәғлүмәт саралары бүләкләнә. Быйыл тағы бер лауреат исемен Лента-ру интернет-гәзите яуланы.
2018 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы социаль эшҡыуарлыҡ тураһында 26 мәҡәлә, 2019 йылда иһә 14 мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Агентлыҡ журналистары республикалағы саралар хаҡында яҙҙы, ошо өлкәләге эксперттарҙан интервью алды, индустрияға ярҙам буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың эше һәм төбәктә социаль эшҡыуарлыҡтың нисек үҫешеүе тураһында һөйләне. «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһының Социаль өлкә инновацияһы үҙәге менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Рәсәй социаль бизнесының мөһим ваҡиғаларының береһенә 700-ләгән ҡунаҡ, шул иҫәптән дәүләт власы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, эксперттар һәм социаль эшҡыуарҙар йыйылды. Тантана башында Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләү хаты уҡып ишеттерелде.
Шулай уҡ ҡунаҡтарға һәм премияла ҡатнашыусыларға Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володиндан, Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконан, 2006 йылда донъяның Нобель премияһы лауретын алған Мөхәммәт Йоностан, Рус Православие сиркәүенән, Мәскәү мэры Сергей Собяниндан сәләмләү һүҙҙәре яңғыраны.
«Изгелек импульсы» премияһын булдырыусы — «Беҙҙең киләсәк» фонды — Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып социаль эшҡыуарлыҡ темаһын күтәргән һәм уны Рәсәйҙә 15 йылдан ашыу системалы үҫтергән дәүләткә ҡарамаған фонд. Уға Вагит Алекперов нигеҙ һалған. 2019 йылда фонд Башҡортостан проектын хупланы – Айгөл Фәйзуллинаның «Шәрип ауылында ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат»ы социаль эшҡыуарҙар араһында конкурс еңеүсеһе булды һәм проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн процентһыҙ займ алды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика