09:33 (UTC+5), 22 Октябрь 2019

Баш ҡалала Рәсәй энергетика форумы үҙ эшен башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә 25-се «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһы уҙҙы. Унда үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең энергетика һәм электр техникаһы ҡорамалдарын уйлап табыусылар, етештереүселәр һәм һатыусылар килде. Экспозицияла Рәсәйҙең 25 төбәгенән һәм донъяның ете иленән — Германиянан, Швейцариянан, Франциянан, Чехиянан, Польшанан, Ҡытайҙан һәм Белоруссиянан 130 компания үҙ стендтарын урынлаштырҙы. Күргәҙмә менән бер үк ваҡытта Өфөлә, ғәҙәттәгесә, Рәсәй энергетика форумы бара, уның эшендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән тармаҡтың төп эксперттары ҡатнаша. Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов форумды асыу тантанаһында республикала энергетиканы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
«Беҙ ҡояш электр станцияларын әүҙем төҙөйбөҙ. Төбәктә ҡояш генерацияһының дөйөм ҡеүәте 44 мегаватҡа еткән. Башҡортостанда бәләкәй ГЭС-тар төҙөлә», — тине Рәйеф Әбдрәхимов.
Башҡортостанда 2015 һәм 2016 йылдарҙа энергияға ҡытлыҡ булған Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында асылған Бөгөлсән, Бүребай ҡояш электр станциялары эшләй. 2017 йылдың аҙағында Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы үҙ эшен башланы. Киләсәктә Бөрйән һәм Стәрлебаш райондарында дөйөм ҡеүәте 35 МВт ҡояш электр станцияларын төҙөү планлаштырыла.
Форум барышында ҡояш энергетикаһын үҫтереү буйынса ултырыш була һәм Өфө мәктәптәренең береһе ҡыйығында өйрәнеү өсөн ҡояш станцияһын ҡуйыу проекты ғәмәлгә ашырыла. Уны Германияның Сит ил эштәре министрлығы финанслаған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика