04:02 (UTC+5), 21 Октября 2019

Аналитиктар Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡын иҫәпләп сығарҙы

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башстат) 2019 йылдың сентябрендә иҡтисад секторҙарында хаҡтарҙың үҙгәреүе буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Аналитиктар минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡын иҫәпләне. Баҡтиһәң, Башҡортостанда йәшәүсегә айлыҡ аҙыҡ-түлек запасы өсөн 3651,53 һум кәрәк.
Ҡулланыусылар кәрзиненән тауарҙарҙың 33 төрө инә. Улар араһында — бойҙай оно (бер килограмы 32,66 һум), арыш һәм арыш-бойҙай оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәк (48,68), беренсе, икенсе сортлы бойҙай ононан икмәк-ҡалас изделиелары (50,08), дөгө (61,55), вермишель (49,94), картуф (16,71), башлы һуған (22,54), кишер (20,58), алма (81,91), шәкәр ҡомо (34,14), һыйыр ите, һөйәкһеҙ иттән тыш (319,56), сусҡа ите (241,67), һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡтар (134,32), туңдырылған балыҡ (161,32), 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған айыртылмаған эсәр һөт (бер литры 48,34 һум), ҡаймаҡ (198,23), тауыҡ йомортҡаһы (10 данаһы 50,10 һум), ҡара бөртөклө сәй (784,47) һәм сентябрь айы өсөн уртаса хаҡтар буйынса башҡа аҙыҡ-түлек.
Документта шартлы аҙыҡ-түлек йыйылмаһының йәшәү минимумы дәүмәленең бер элементы булып тормауы билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика