12:30 (UTC+5), 17 Октября 2019

Ҡариҙел районында хаҡы 4 миллиард һумлыҡ яңы күпер асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора. Эштәр бында өс йыл буйына барҙы. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һумға баһалана, аҡсаны республика бюджеты бүлде. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.
Рәсми тантана онлайн режимда уҙҙы, трансляция бөгөн юл эшселәренең һөнәри байрамына һәм республика юл тармағының 95 йыллығына арналған тантаналы саралар барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына алып барылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл эшселәрен һәм күпер төҙөүселәрҙе ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. «Хәрәкәтте асырға, хәйерле юл», — тине республика етәксеһе.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин республика етәксеһенә һәм хөкүмәтенә ошо мөһим объект өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был – төньяҡ-көнсығыштың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур төбәк проекттарының береһе. Төҙөлөш тамамланғас, Башҡортостандың ошо төбәгенең республиканың үҙәк райондары менән тоташыу, М5 һәм М7 федераль трассаларына, «Яңауыл» тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге була.
Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика