81.14
-0.88
«Был уңыш йыйыу кампанияһы беҙҙең өсөн һуңғы 10 йылда иң ауыры булды. Ерҙең ныҡ дымлы булыуы сәбәпле иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу бик ҡыйынға төштө. Ярай әле булған техника беҙгә уңышты ваҡытында тамамларға мөмкинлек бирҙе. Әгәр һуңғы йылдарҙа техника һатып алмаһаҡ, уңыш өсөн көрәшергә тура килер ине, — тине Илшат Фәзрахманов. — Бөгөн бункер үлсәүендә 3,3 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Был уҙған йылға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк».
«Ашлыҡ буйынса һәйбәт күрһәткестәр менән киләбеҙ. Уҙған йылда —3 миллион, быйыл 3,3 миллион тонна йыйып алдыҡ. 2024 йылға 4 миллион тонна уңышҡа сығырға тип һөйләштек. Ауыр булһа ла, быға өлгәшергә мөмкин. Аграрийҙарға артабан да ярҙам күрһәтербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров.