05:58 (UTC+5), 14 Октября 2019

Бөгөн республикала аналог тапшырыу туҡтатыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 14 октябрҙән көн дауамында һанлы тапшырыуға күсеү башлана. Хәҙер тейешле аппаратураны тоташтырып өлгөрмәгән ҡулланыусыларға экранда ни өсөн республиканың «цифр»ға күсеүе, бының өсөн телевизор хужаларына нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ролигы күрһәтелә.
«Реформа республика халҡының — 15, күп тигәндә 20 процентына ҡағыла. 60 процентҡа яҡыны – кабель телевидениеһын ҡулланыусылар. Кабель телевидениеһын ҡарағандар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй, улар үҙҙәренең каналдарын нисек ҡараған, шулай ҡарай. РТРС сайтында һанлы тапшырыу сигналы булмаған тораҡ пункттарҙың исемлеге менән танышырға була. Беҙҙә кабель эфир сигналы булмаған бер нисә тораҡ пункт бар, унда спутник ҡорамалын һатып алырға кәрәк», — тигәйне Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға – ай һайын балаға пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һигеҙ меңгәләгән кеше дәүләт ярҙамын алды ла инде. Ике меңгә яҡыны приставкалар буйынса компенсация һорап мөрәжәғәт итте.
Башҡортостанда йәшәүселәр теләһә ниндәй ваҡытта ҡыҙыу линияға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға, ирекмәндәрҙән ярҙам һорарға мөмкин: 8 (800) 347 00-55.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика