10:05 (UTC+5), 09 Октября 2019

Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр. Медиктарҙың эш хаҡы структураһына талаптар закон кимәлендә раҫлана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2 октябрҙә уҙған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ошондай йөкләмә бирҙе, тип хәбәр ителә Кремль сайтында.
«Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһына талаптарҙы раҫлауға, шул иҫәптән хеҙмәт хаҡы структураһында вазифа окладтары буйынса гарантияланған түләүҙәр өлөшөн билдәләүгә йүнәлтелгән тейешле норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итергә, шул уҡ ваҡытта компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙе кәметмәүҙе күҙ уңында тоторға», — тиелә документта. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренә берҙәм дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәр исемлеген һәм берҙәм компенсация түләүҙәре исемлеген, шулай уҡ күрһәтелгән түләүҙәрҙе тәғәйенләү шарттарын билдәләүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Йөкләмәләрҙе үтәү ваҡыты – 2020 йылдың 30 апреле.
Үткән кесаҙнала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға арналған кәңәшмәлә сығыш яһап, дәүләт башлығы оклад өлөшөн арттырғанда медиктарға өҫтәмә түләүҙәрҙе кәметеүгә бәйле фокустарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. «Оклад өлөшөн арттырғанда компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙең кәметелмәүе, ошо фокустың булмауы мөһим», — тип президенттың һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика