16:30 (UTC+5), 09 Октябрь 2019

Башҡортостанда йәшәүселәр мобиль ҡушымта аша законһыҙ ағас ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең смартфондарына бушлай «Башҡортостан Республикаһының урман картаһы» мобиль ҡушымтаһын күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Ул Android һәм iOS операция системалары нигеҙендә эшләй. Ҡулланыусы урманды файҙаланыу тәртибен боҙоу осраҡтарын online, offline режимдарында фотоға төшөрөргә һәм мәғлүмәтте оператив тикшереүгә ебәрергә мөмкин. Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов Дәүләт Йыйылышының аграр комитеты ултырышында хәҙер ҡушымтаға ағас ултыртҡан йәки ҡырҡҡан участкаларҙың координата мәғлүмәттәре индерелеүе хаҡында һөйләне. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең дә мобиль эш ҡоралы барлыҡҡа килә. Ведомство башлығы республикала 390 кешенең урманды һаҡлау менән шөғөлләнгәнен билдәләне. Бөгөн бер инспекторға йөкләмә 14,6 мең гектар урман тәшкил итә.
«Былтырҙан алып йыһан мониторингы системаһын файҙаланыу һөҙөмтәһендә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары һан буйынса — 34%, күләм буйынса 12% кәмене. Быйыл дөйөм майҙаны 1,5 миллион гектар тәшкил иткән ете урмансылыҡта йыһан мониторингы үткәрелде. Уҙған йылдан алып пилотһыҙ осоу аппараттарын да ҡуллана башланыҡ, киләсәккә маҡсат — законһыҙ урман ҡырҡыуҙы һәм янғындарҙы контролдә тотоу өсөн уларҙы даими файҙаланыу», — тине Марат Шәрәфетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика