04:12 (UTC+5), 09 Октября 2019

Башҡортостанда йәш белгестәрҙең йорт төҙөү өсөн ағас алыу мөмкинлеге бар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәре йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙың ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты ултырышында хөкүмәттең законды парламентҡа индереүен билдәләне. Был норма ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә граждандарға ҡағыла.
«Өй һалыуға — 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, өйҙө ремонтлауға – 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөүгә – 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, ошондай ҡаралтыларҙы ремонтлауға – 3 йыл дауамында 15 кубометрға тиклем, йылытыуға йылына 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған», — тип билдәләне министр урынбаҫары.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында граждандарҙың ағасты уларға урман участкаһын бирмәйенсә һатып алыу-һатыу килешеүҙәре нигеҙендә әҙерләүҙәрен һөйләнеләр. Килешеү буйынса ағас өсөн түләү күләме Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәтенең ҡарарҙары менән раҫланған ставкаларға ярашлы билдәләнә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев киләһе пленар ултырышта депутаттарҙың закон проектын ҡараясағын әйтте. Уның һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән сара халыҡтың мохтаж ҡатламдарына һиҙелерлек ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика