05:23 (UTC+5), 08 Октября 2019

«Өфө» аэропортының эске һауа юлдары терминалын файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропортының эске һауа юлдары терминалын реконструкциялауҙы 2020 йылдың 31 мартында тамамлау күҙаллана. Был хаҡта «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә аэропорттың генераль директоры Александр Андреев хәбәр итте.
Реконструкциянан һуң терминалдың майҙаны 35 процентҡа арта, был иһә сәғәтенә 1200 пассажирҙы хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирә.
«Тәүге этапта ике телескопик баҫҡыс, ике багажды эшкәртеү линияһы менән йыһазландырылған майҙаны 12,5 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бина төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ эске пассажирҙарҙың осош секторы киңәйтелә. Реконструкцияны тамамлағандан һуң эске һауа юлдарында 3 миллион тирәһе авиапассажирҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге була», — тип һөйләне Александр Андреев.
Иҫке һәм яңы биналар берләштерелә, тип билдәләне ул.
Йыл аҙағына тиклем ҡыйыҡ ябыу, бинаны тығыҙлау, алғы яҡҡа быяла ҡуйыу, ноябрҙә баҫҡыстарҙы монтажлау күҙаллана. Реконструкциянан һуң Өфө аэропортында туғыҙ телескопик баҫҡыс була.
Реконструкцияға 2,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 84 проценты – аэропорттың үҙенең аҡсаһы, республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика