04:02 (UTC+5), 08 Октября 2019

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырылды

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 7 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
«2019 йылдың 1 октябренән Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең оклад күләмен (вазифалы оклад) һәм һөнәри квалификация төркөмдәре буйынса минималь окладын билдәләү өсөн база берәмеге күләмен 1,043-кә арттырырға», — тиелә документта.
Урындағы үҙидара органдарына ла «республиканың муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итергә» тәҡдим ителде.
Республика Башлығының башҡа указы менән 1 октябрҙән Башҡортостандың дәүләт вазифаларын биләгән кешеләргә ай һайын аҡсалата бүләкләү һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы шулай уҡ 1,043 тапҡырға арта.
Урындағы үҙидара органдарына «республиканың муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итергә», шулай уҡ «муниципаль вазифаларҙы биләгән кешеләргә аҡсалата түләүҙе арттырырға» тәҡдим ителде.
Ике указ да 2019 йылдың 1 октябреннән көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика