10:19 (UTC+5), 08 Октябрь 2019

Башҡортостанда 1340 баҡсасылыҡ ширҡәттәрен төҙөкләндереүгә 750 миллион һум кәрәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда 500 меңдән ашыу ғаиләнең дачаһы бар. Был — республикала йәшәгән халыҡтың 38% тиерлек. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урынды биләй. Иң күп ширҡәттәр — Свердловск өлкәһендә (3859), Һарытау өлкәһе (2143), Пермь крайы (2014), Ленинград өлкәһе (3316), Тула өлкәһе (2094), Мәскәү өлкәһе (11798). Бөгөн Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта һөйләне.
«Республикабыҙҙа йәшәүселәр өсөн баҡсасылыҡты алып барыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: был — социаль көсөргәнешлекте кәметеү ҙә, ялды һәм һауыҡтырыуҙы ойоштору ҙа, шул иҫәптән балаларҙың. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң кешеләрҙең яраҡлашыуы һәм, иң мөһиме, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге. Шул уҡ ваҡытта, әйтергә кәрәк, дәүләт халыҡтың ошо категорияһына аҙ иғтибар бүлә. Һуңғы 10 йылда баҡсасыларға маҡсатлы ярҙам булманы. Саралар күрелһә лә, улар баҡсасылыҡтың дөйөм торошона йоғонто яһаманы», — тип билдәләне вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.
Илшат Фәзрахманов майҙа баҡсасыларҙың проблемаларын хәл итеү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылыуы, баҡсасылыҡҡа булышлыҡ күрһәтеү йәһәтенән илдең башҡа төбәктәренең закондар сығарыу һәм норматив-хоҡуҡи базаһын анализлау хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, 68 муниципаль берәмектең 35-енең үҙ биләмәһендә баҡсасылыҡ ширҡәттәре юҡ. Ширҡәттәрҙең күпселеге — Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында (491 һәм 193), Нефтекамала (58), Стәрлетамаҡта һәм Стәрлетамаҡ районында (40 һәм 32), Шишмә (91), Иглин (38), Ҡариҙел (45) райондарында. Башҡортостандың һалым хеҙмәтендә бөтәһе 1160-ҡа яҡын баҡсасылыҡ ширҡәте теркәлгән.
«Бөгөнгә республиканың 1340 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте төҙөкләндереүгә мохтаж. Өс йылға 750 миллион һум аҡса кәрәк», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Хәҙер республика хөкүмәтендә «Башҡортостанда граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн баҡсасылыҡты алып барыуы тураһында» республика закон проекты әҙерләнә.
Уның әйтеүенсә, баҡсасылыҡ тураһында закон ҡабул ителгәс, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеү буйынса республика программаһын төҙөү күҙаллана.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика