08:47 (UTC+5), 04 Октября 2019

Баш ҡалала электричка пассажирҙары «Алға» картаһы һәм «бәхетле сәғәт» хеҙмәте менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 октябрҙән Өфөлә «Алға» берҙәм транспорт картаһы эйәләренең бер сәғәт эсендә өҫтәп түләмәйенсә «Башавтотранс» автобустарынан һәм муниципаль электр транспортынан Дим – Шакша станциялары араһында йөрөгән ҡала яны поездарына күсеп ултырыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында ошондай аңлатма бирҙеләр.
«Электричка пассажирҙары, «Алға» карталары эйәләре, был яңылыҡтың өҫтөнлөгөн тойҙо ла инде. Хәҙер, мәҫәлән, Шакшала йәшәгән студенттар, баш ҡала үҙәгендәге юғары уҡыу йорттарына 18 һумға йөрөй. Был — транспорт картаһы эйәләре өсөн тариф. Ә элек ошо юл ваҡыты, хаҡы буйынса ла ике тапҡырға тиерлек оҙағыраҡ һәм ҡиммәтерәк ине», — тине Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат секретары Сергей Спатар.
Ул шулай уҡ 60 минут эсендә икенсе һәм артабанғы юл йөрөү хаҡы нулгә тиң булыуын иҫкә төшөрҙө. Ҡала яны поездары пассажирҙарына «Алға» картаһы менән электричкала бер нисә тапҡыр йөрөргә була, ләкин Дим – Шакша участкаһында ғына. Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы индергән «Бәхетле сәғәт» тарифы ҡалала бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырырға тура килгән пассажирҙарға ошондай мөмкинлек бирә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика