09:48 (UTC+5), 03 Октября 2019

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев килде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев килде. Республикала ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныша.
Федераль министр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә күп профилле холдинг – «Автопласт» компаниялар төркөмөнөң эше менән танышты.
Предприятие директоры Андрей Ковшов һүҙҙәренсә, компания быяла-пластик, АБС-пластик, ПВХ-профиль изделиелары дизайны, проектлау, етештереүгә һәм сериялы тәьмин итеүгә әҙерләү буйынса эштәр комплексын башҡара. Улар иҫәбендә – ҡала, ҡала яны транспорты өсөн ултырғыстар һәм автобустар өсөн авария-елләтеү люктары. «Автопласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «НЕФАЗ»дың рәсми дилеры булып тора, унда 500-гә яҡын кеше эшләй.
Ағымдағы йылдың 1 октябренә тейәлгән шәхси продукцияның күләме 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте.
Компаниялар төркөмөнә быйыл ойошторолған «ЗИК «Интеркуб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә инде. Ул «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Предприятие етәксеһе «Изотермик конструкциялар етештереүҙе ойоштороу» инвестиция проектын бойомға ашыра башлауҙары хаҡында һөйләне. Производствоны үҫтереүгә бөтәһе 53,7 миллион һум аҡса һалыу һәм 62 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана, шуларҙың 49 яңы эш урынын – 2019 йылда.
Предприятиела шулай уҡ модулле ФАП-тар эшләнә, уларҙың яҡынса хаҡы 3 миллион самаһы тәшкил итә.
Инвестиция проектының перспективаларын ентеклерәк өйрәнеү өсөн предприятие вәкилдәрен, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Спорт министрлығы етәкселәрен алдағы Инвестиция сәғәттәренең береһенә саҡырырға ҡушырмын, тип билдәләне Радий Хәбиров.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика