12:31 (UTC+5), 01 Октябрь 2019

Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите медиарейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2019 йылдың август йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең позицияларын яҡшыртты һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите медиарейтингында дүртенсе урынды алды. Был турала Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Беренсе урынды Приморье крайы яуланы, икенселә — Һамар өлкәһе, өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе.
Медиарейтинг федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу нигеҙендә төҙөлә.
Төҙөгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы күрһәткестәре баһалана.
Медиарейтинг төбәктәрҙе инвестиция һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙағы уңыштарын асыҡ яҡтыртыуға дәртләндереү өсөн булдырылған. Был эш, тәү сиратта, урындағы эшҡыуарҙарға, шулай уҡ инвесторҙарға йүнәлтелергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың март рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан алтынсы урында ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика