07:38 (UTC+5), 01 Октябрь 2019

Башҡортостан Башлығы йылытыу өсөн факт буйынса түләүгә күсеүҙе халыҡҡа аңлатырға ҡушты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылытыу өсөн факт буйынса йәки 1/8-гә түләүгә күсеү йәһәтенән халыҡҡа ҙур аңлатыу кампанияһы үткәрергә ҡушты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо йылытыу миҙгеленән республикала йәшәүселәр йылытыу өсөн факт буйынса йәғни «йылы» һигеҙ ай өсөн генә түләй башлай. Элек йылылыҡ өсөн аҡса бер тигеҙ, 12 календарь ай буйына йәки 1/12 схемаһы буйынса алына ине.
«Йылытыу өсөн түләү буйынса 1/8-гә күстек. Алдағы ике аҙнала халыҡҡа ошондай күсеүҙең асылын ябай ғына итеп аңлатыу мөһим, — тип белдерҙе Радий Хәбиров бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Эш арттырыуҙа түгел, ә, киреһенсә, кешеләр йылытыу миҙгелендә генә түләй. Йылы биреү туҡтатылһа, улар түләмәй».
Республика башлығы һүҙҙәренсә, әле киң мәғлүмәт сараларында «хаҡты арттырыу тураһында теманы ҡуйыртыу башлана». Тәү сиратта был республика халҡына «мәғлүмәт еткермәү» тураһында һөйләй.
«Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Халыҡҡа бының ысынлап та ғәҙел икәнен, беҙҙең уға оҙаҡ әҙерләнеүебеҙҙе аңлатырға кәрәк», — тип өҫтәне ул.
Йылытыу осоронда түләүгә күсеү дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәтмәһенән сығып, ҡулланылған йылы өсөн түләргә мөмкинлек бирә.
Ошондай приборҙар ҡуйылмаған йорттарҙа иһә нормативтар буйынса иҫәпләнә.
Башҡортостанда йәшәүселәргә йылытыу өсөн яңы «1/8» ысулы буйынса түләү квитанциялары октябрҙә үк таратыла. Иҫәп-хисап йылытыу миҙгеле башланғандан көндән — 2019 йылдың 23 сентябренән башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика