08:28 (UTC+5), 27 Сентябрь 2019

Баймаҡта хаҡы 540 миллион һумлыҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Баймаҡта хаҡы 540 миллион һумлыҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр. Республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында 22 ҡаланы һәм районды хеҙмәтләндергән «Эко-Сити» компанияһы — 3-сө зона буйынса ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторы урындағы хакимиәттә уҙған инвестиция сәғәтендә ошо комплекстың проекты менән таныштырҙы.
Яңы комплекстың ҡеүәте йылына 100 мең тонна ҡалдыҡҡа иҫәпләнгән. Аҡсаның дөйөм күләме 540 миллион һумдан ашып китә, тип хәбәр итте компанияның генераль директоры Семён Земсков.
Проект сорттарға айырыу линияһын, полигонды, органик ҡалдыҡтарҙан серетмә етештереү цехын үҙ эсенә ала. 102 яңы эш урыны булдырыла. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙың 10 йыл дауамында 660 миллион һум самаһы өҫтәмә аҡса алыу мөмкинлеге була.
Төбәк операторы вәкиле һүҙҙәренсә, Урал аръяғында цивилизациялы ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын булдырыу өсөн инфраструктураға ҡытлыҡ һиҙелә. Бында заманса полигондар, сорттарға айырыу заводтары юҡ. Яңы комплекстың ҡеүәте бер нисә районды хеҙмәтләндерергә етергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика