05:49 (UTC+5), 26 Сентября 2019

Башҡортостанда 25 миллион кубометр ҡалдыҡты юҡ итеү һәм «Химпром»ды санациялау бурысы тора

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда алдағы биш йылда сүп-сарҙы, шул иҫәптән экология өсөн хәүефлеләрен юҡ итеү бурысы тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указының бурыстарына аңлатма биреп, экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров брифингта 2,9 меңдән ашыу хужаһыҙ сүплектәрҙе рекультивацияларға, бының өсөн 21 миллиард һум самаһы аҡса кәрәклеген хәбәр итте.
Экология министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, ошо маҡсатта «Махсус автохужалыҡ» һәм «Экосити» төбәк операторҙары Өфө һәм Ишембай райондарында сүп-сар эшкәртеү заводтары төҙөй. Бының өсөн «Махсус автохужалыҡ» үҙ проектына — 3,6 миллиард һум, «Экосити» 410 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй.
Дөйөм алғанда, республикала 10 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм 10 полигон барлыҡҡа килергә тейеш, уларҙы төҙөү өсөн федераль бюджет — 117 миллион һум, республика ҡаҙнаһы 67 миллион һум йүнәлтә.
Әле Рәсәйҙә сүп-сарҙың 7% эшкәртелә. «Экология» милли проекты маҡсаттарына ярашлы, 2024 йылға ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлөшө 36% етергә тейеш.
Хәҙер ҡаланан бүленгән 25 миллион һумға элекке «Химпром» заводы биләмәһен рекультивациялауҙың проект-смета документацияһы әҙерләнә. Һуңынан 3 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса алыуға ғариза биреү күҙаллана. Республика проектты ҡала бюджеты ҡатнашлығында 400-500 миллион һум күләмендә берлектә финанслай аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика