07:13 (UTC+5), 25 Сентября 2019

Хәсән Татриев «Башнефть» президенты итеп тәғәйенләнде

Нефть-газ мәғлүмәте агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хәсән Татриев «Роснефть» составындағы «Башнефть» компанияһының яңы президенты итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башнефть» белдереүендә хәбәр ителә.
2015 йылдан Хәсән Татриев Рәсәйҙәге ҙур нефть сығарыу предприятиеһы, «Роснефт»тең «РН-Юганскнефтегаз» бүлендек компанияһы етәксеһе булған.
«Роснефт»тең матбуғат хеҙмәтендә ТАСС-ҡа хәбәр итеүҙәренсә, Хәсән Татриев күп йылдар дауамында «Роснефт»тең төп бүлендек предприятеларын етәкләгән.
Уның етәкселегендә Самотлор ятҡылығын эшкәртеүҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшелгән, «РН-Юганскнефтегаз» компанияһында нефть сығарыу буйынса тарихи рекордтар ҡуйылған.
2016 йылдың октябренән «Башнефть» менән идара иткән Андрей Шишкин Алыҫ Көнсығышта «Йондоҙ» караптар эшләү урыны булдырыу, инновацион технологиялар индереү, һанлаштырыу, 30-ҙан артыҡ ғилми үҙәкте үҙ эсенә алған корпоратив фәнни-проект комплексын үҫтереү кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика