Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2019, 16:00

Өфөлә инвалидтар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе була

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 26 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн төрлө профилле һөнәрҙәр йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә — администратор, әйҙәүсе белгес, водитель, инженер-проектлаусы, тәрбиәсе, дизайнер, инженер-конструктор, программист, һатыусы-консультант, уҡытыусы, консультант, оператор, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, йөк тейәүсе, йыйыштырыусы, менеджер, техник, фармацевт һәм башҡалар.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә,шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Читайте нас: