Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь 2019, 12:26
Республика көслө дауыл эҙемтәләре менән көрәшкә 4 миллион һум бүлде
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Башҡортостан 4 миллион һум самаһы аҡса бүлде. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика башлығы хакимиәте етәксеһе
Александр Сидякин
белдерҙе.
Республика етәксеһе
Радий Хәбиро
в зыян күргән райондарҙың башлыҡтарына яҡын арала тергеҙеү эштәрен тамамларға кәрәклеген әйтте. Муниципалитеттарға аҡса бөгөн үк күсә.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы
Борис Беляе
в һүҙҙәренсә, 19 сентябрҙә көслө дауыл һөҙөмтәһендә 158 тораҡ пунктта электр менән тәьмин итеү системаһы боҙолдо. Был 36 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Ике шәхси һәм өс күп фатирлы йорттоң, 18 социаль һәм производство тәғәйенләнешендәгебинаның ҡыйыҡтары өлөшләтә емерелде. Электр тәьминәте тәүлек эсендә тергеҙелде, ҡыйыҡты ремонтлау эштәрен тиҙ арала тамамларға нииәтләйҙәр.
http://www.bashinform.ru/news/1357318-na-borbu-s-posledstviyami-uragana-bashkiriya-vydelila-4-mln-rubley/
Теги:
дауыл
Читайте нас: