15:17 (UTC+5), 19 Сентября 2019

Өфөнөң күп фатирлы йорттарында 500-гә яҡын подъезд төҙөкләндерелгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөнгә Өфөнөң күп фатирлы йорттарының 479 подъезында комплекслы ремонт тамамланған. 514 подъезда төҙөкләндереү эштәре дауам итә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Йыл аҙағына тиклем баш ҡалала бөтәһе 444 күп фатирлы йорттағы 1288 подъезды ремонтлау күҙаллана. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысындағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Мотлаҡ эштәр араһында — пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыу, беренсе ҡаттағы иҙәнде көпләү, стеналарҙы буятыу, энергияны һаҡсыл ҡулланған яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйыу.
Подрядсылар бөтә ремонт эштәренә өс йыл гарантия бирә, ләкин был вандализм осраҡтарына ҡағылмай.
2024 йылға тиклем, подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы тамамланғансы, Өфөлә исемлеккә индерелгән һәм төҙөкләндереүгә мохтаж барлыҡ подъездарҙы ремонтлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика