08:50 (UTC+5), 18 Сентября 2019

Яңы йылдан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 12 130 һум була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 12 130 һум күләмендә тәҡдим ителә. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының закон проектын хупланы. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу рәсми рәүештә минималь эш хаҡы алған 3,2 миллион самаһы кешегә ҡағыла, уларҙың яртыһы дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләй.
2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләште һәм ул 11 280 һумға тиң. Башҡортостанда Урал коэффициентын иҫәпкә алып – 12 972 һум.
Эш биреүселәр федераль МРОТ-тан түбәнерәк эш хаҡы билдәләй алмай, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. Был ҡағиҙә бюджет, шулай уҡ коммерция ойошмаларына ҡағыла.
«Аҙыраҡ алғандар — хоҡуҡтарҙы яҡлау өсөн беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, — тип тәҡдим итте Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының хоҡуҡи күҙәтеү бүлеге етәксеһе Гөлнара Ишмөхәмәтова. — Бындай осраҡтар кәмей. Тәжрибә күрһәтеүенсә, эш биреүселәр закондың ошо нормаһы хаҡында белә һәм уны үтәргә тырыша, ләкин бәхәстәр, әлбиттә, тыуып тора. Шуны белергә кәрәк: эш сәғәтенән тыш, шулай уҡ төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләнгән аҡса билдәләнгән МРОТ-ҡа инергә тейеш түгел».
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 13% килем һалымын үҙ эсенә алыуын иҫтә тоторға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика