06:32 (UTC+5), 18 Сентябрь 2019

Башҡортостан компаниялары WorldFood Moscow аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә әҙерләнә

mice.az
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан етештереүселәре 24-27 сентябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһының «Крокус-Экспо» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә WorldFood Moscow көҙгө аҙыҡ-түлек йәрминкәһендә ҡатнаша. Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәре буйынса, унда Рәсәйҙең 55-тән ашыу ҡалаһының һәм 65 илдән меңгә яҡын етештереүсенең ҡатнашыуы көтөлә.
Республиканан күргәҙмәгә «Башҡортостан үләндәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Глобус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (кондитер эслектәре етештерә), «Тайра» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (сертификация алған дөгө майы), «Sweet Honey» бал фирмаһы, «Белорет» ойошмаһы (үлән сәйҙәре), «Laycy Queen» тәм-том фабрикаһы бара.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың күргәҙмә сығымдарын «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге финанслай. Ойошмалар үҙ вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына түләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика