09:13 (UTC+5), 17 Сентября 2019

Республикала йыл башынан 19 хеҙмәткәр производствола һәләк булған

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йыл башынан һигеҙ айҙа 19 кеше эштә һәләк булған. Роструд инспекторҙары ауыр эҙемтәләргә һәм үлемгә килтергән 117 бәхетһеҙ осраҡты тикшергән, шуларҙың 78-е производство менән бәйле тип танылған. 61 кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Бер нисә кеше ҡатнашлығында, шул иҫәптән үлемесле ғәҙәттән тыш хәлдәр булған – реклама баннерын ҡуйған саҡта ике эшсе алты метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән.
Эшкәртеүсе өлкәлә (үлемесле һәм ауыр эҙемтәләргә килтергән 20 осраҡ), төҙөлөштә (18) һәм ауыл хужалығында (10) производствола йәрәхәтләнеү кимәле ныҡ юғары, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
«Күпселек бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбе – ойоштороу характерында. Йәғни уларҙы бөтөрөү күп аҡса талап итмәй. Тәү сиратта был эштәр производствоһын ҡәнәғәтләнерлек ойоштормау, технологик процесты боҙоу. Быға юл ҡуймау өсөн предприятиела уйланылған һаҡ хеҙмәте менән идара итеү системаһы кәрәк», — тип билдәләне Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Илдар Йәркәев.
Үлемесле осраҡтарҙың яртыһы Өфөлә булған. Өсәүһе – Дүртөйлө районында. Эштә бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуйған ойошмалар бюджетты 7,6 миллион һумға тулыландырырға тейеш.
2018 йылдың ғинуар-август айҙарында Башҡортостанда 25 кеше производствола һәләк булған, 71-е ауыр йәрәхәттәр алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика