11:45 (UTC+5), 12 Сентября 2019

Республика колледждары өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырырға теләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың Мәғариф министрлығы колледждар өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырырға тәҡдим итте. Был турала Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында уҙған күсмә «Мәғариф сәғәте» кәңәшмәһендә республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
«Беҙ социаль функция үтәгән һөнәри белем биреү ойошмалары инфраструктураһын яңыртыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын индерергә тәҡдим итәбеҙ. Йыл һайын — 5-әр миллион һумлыҡ 10 грант», — тине ул.
Колледждарҙы һайлап алғанда төп критерийҙар — социаль яҡланмаған балалар һаны, райондың социомәҙәни үҙәге функцияһының булыуы, шулай уҡ уҡыуҙы тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу күрһәткестәре.
«Әлбиттә, беҙҙең алдынғы колледждар гранттар алыу өсөн федераль конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итер һәм шул иҫәптән федераль субсидиялар иҫәбенә лә үҙ майҙансыҡтарын йыһазландыра алыр. Ләкин республика ярҙамы бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерендә урынлашҡан колледждарға, уларҙың филиалдарына кәрәк, ә ундайҙар беҙҙә 40% самаһы, — тине Айбулат Хажин. — Улар матди базаларының көсһөҙ булыуы сәбәпле федераль грант алыуҙан мәхрүм, әммә мөһим социаль функция үтәй: етем, аҙ тәьмин ителгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалрға белем бирә һәм райондарҙың социомәҙәни үҙәктәре булып тора».
Республика етәксеһе Мәғариф министрлығының тәҡдимен хупланы һәм «бындай колледждарға ярҙам итергә кәрәк, гранттарҙың суммаһы ҙур түгел», бюджеттың хәленән килерлек тип билдәләне.
Һуңғы ике йылда урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан бөтәһе 340 миллион һум, ә федераль бюджеттан 250 миллион һум бүленгән.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика