Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2019, 14:57
Башҡортостанда республика Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһен ҡарап йөрөгән саҡта шул хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бер нисә төбәктә ошондай программалар бар.
Был ихаталар республика Башлығы фондынан финансланырға тейеш. Бындай ихаталарҙы муниципалитетта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре билдәләй, һуңынан ғариза республика башлығына ебәрелә.
«Еңеүсе ихата буйынса миңә ғариза яҙыла һәм мин уны финанслай башлайым. Бер ихатаға 5 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға унда балалар майҙансығы ҡуйырға, ихатаның биләмәһе ныҡ ҙур булмаһа, шул аҡсаға уны тулыһынса төҙөкләндерергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.
http://www.bashinform.ru/news/1352538-v-bashkirii-poyavyatsya-dvory-glavy-bashkortostana/
Теги:
төҙөкләндереү
башҡортостан ихаталары
Читайте нас