07:39 (UTC+5), 10 Сентября 2019

Башҡортостанда йәшелсә, шәкәр арзанайған, ә йомортҡа, тары ярмаһы ҡиммәтләнгән

Галина Бахшиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың дөйөм кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә, был йәшелсәләрҙең миҙгелле арзанайыуына бәйле. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа картуфҡа хаҡ — 27,2%, сөгөлдөргә, башлы һуғанға, кишергә — 32%, ҡыярға — 13%, помидорға — 41%, грушаға, бананға, лимонға, алмаға — 3-8%, виноградҡа 26% төшкән. Шул уҡ ваҡытта аҡ күсәнле кәбеҫтәгә (+11%), әфлисунға (6%), туңдырылған йәшелсәләргә (1%) хаҡ артҡан.
Шәкәр (8,4%, йыл башынан — 16,6%), тауыҡ боттары, һөйәкһеҙ сусҡа ите, күркә ите, ыҫланған колбаса (1-3%), он, борсаҡ, фасоль, һоло, арпа, ҡарабойҙай ярмалары (1-4%), көнбағыш һәм зәйтүн майы (1,3% һәм 4,3%), шоколадлы кәнфиттәр (1,5%) арзанайған.
Тауыҡ йомортҡаһы (16,4%), ит фаршы, тауыҡтар, һарыҡ ите (һөйәкһеҙ иттән тыш), сосиска, сарделька (1,5-2,4%), майлы эремсек, ҡуйыртылған һөт, һөт, глазурь һыланған татлы эремсектәр (1,5-3,3%) ҡиммәтләнгән.
Шулай уҡ балыҡ ризыҡтарына хаҡ уртаса 1,6% (һөмбаш балыҡтары ыуылдырығынан һәм томат соусындағы консерваларҙан тыш), балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консерваларына 1,2% һәм 2,7%, ҡара бөртөклө сәйгә һәм ирей торған ҡәһүәгә 1,7% һәм 4,5%, тары ярмаһына 3,7% (йыл башынан — 28,2%) артҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика