09:08 (UTC+5), 09 Сентября 2019

Кушнаренко селекция үҙәге виноград йыйырға саҡыра: 1 килограмы — 70 һум

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәгендә виноград өлгөргән. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, быйыл йәй һалҡынса булғас, улар һуңыраҡ өлгөргән, ә элекке йылдарҙа иртә сорттарҙың уңышын август урталарында йыя башлағандар.
Әле үҙәк иртә өлгөрә торған «Ҡарағай», «Мадлен», «Анжевин», «Юбилей», «Алешенькин», «Башҡорт», «Александр», «Стреляев табышы», «Стреляева иҫтәлегенә», «Линьян» сорттарын һата. Бер килограмы 70 һум тора. Селекция үҙәге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем эшләй.
«Әгәр баҡсағыҙҙа еләк ваҡ, бешә башламаған икән, йәш үренделәрен өҙөп алығыҙ. Калий ашламаһын файҙаланырға, тәлгәштәрҙе ҡояш нурҙарына күрһәтергә мөмкин. Төнгөлөккә ҡыуаҡтарҙы агросүстәр менән ябып ҡуйырға, ә тамырҙарына мульча түшәргә кәрәк», — тип кәңәш бирҙе үҙәктең баш агрономы Наталья Старцева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика