Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Сентябрь 2019, 09:24

Өфөлә төҙөлөш һөнәрҙәре йәрминкәһендә эш табырға мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 12 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөш ойошмалары һөнәрҙәре йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә — автоэлектрик, бетон ҡойоусы, водитель, урам һепереүсе, инженер, ташсы, ҡыйыҡ ябыусы, маляр, машинист, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, биҙәүсе, балта оҫтаһы, юл эшсеһе, слесарь, токарь һәм башҡа эшсе урындары.
Ғәҙәттәгесә, Өфөлә йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты— Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Читайте нас: