10:39 (UTC+5), 06 Сентября 2019

Вакцинация гриптан һуң өҙлөгөүҙән 99 процентҡа һаҡлай – табиптар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда прививка яһау кампанияһы башланды. 29 августа төбәккә вакцинаның тәүге партияһы килде — 180 мең доза. Уларҙы поликлиникаларҙа бушлай алырға мөмкин. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль бюджет республикаға 1,83 миллион доза вакцина һатып алған. Был халыҡтың 45% вакцинациялауға иҫәпләнгән.
Вируслы сирҙәр эпидемияһы, ғәҙәттәгесә, ғинуар-мартта көтөлә, шуға күрә декабрь аҙағына тиклем прививка эшләтергә кәрәк. Бәләкәй балалар өсөн консервантһыҙ вакцина һатып алынған, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә республика бюджеты иҫәбенә ошондай уҡ вакцина әҙер. Быйыл 5 мең йөклө ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙ уңында тотола, уҙған миҙгелдә уларҙың 1 меңе генә прививкаға ризалашҡан.
Быйылдан башлап, медицина һәм педагогия хеҙмәткәрҙәренән, 60 йәштән өлкәндәрҙән һәм «хроник»тарҙан тыш, йәмәғәт транспорты водителдәре лә мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш.
Киләһе миҙгелгә вакцина, эпидемиологтар фаразына ярашлы, А/Brisbane/02/2018, H3N2 — А/Kansas/14/2017, В/Colorado/06/2017 штамдарынан һаҡлай. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә инновацион дүрт валентлыҡ вакцинаны ҡулланыу башланды.
«Йыш ҡына беҙ пациенттарҙан прививканан һуң сирләнем тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Ләкин прививкалы кешеләр грипп менән түгел, ә ОРВИ менән ауырый, уның 200-ҙән ашыу төрө бар. Эпидемия ваҡытында асыҡланған сирҙәрҙең 1% яҡыны киҙеүгә тура килә. Гриптан һуң өҙлөгөү ҡан тамырҙарына тура килә, билдәле булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтары илдә беренсе урында. Әгәр вакцина гриптан 100 процентҡа һаҡламаһа, гриптан һуң өҙлөгөүҙән 99 процентҡа һаҡлай», — тип аңлатты табиптар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика