06:35 (UTC+5), 05 Сентября 2019

Республикала 1,8 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу әүҙем дауам итә. 4 сентябргә төбәк игенселәре 1 миллион 822 мең тонна ашлыҡ һуғып алған. Әлеге ваҡытта 926 мең гектар биләмәлә уңыш йыйылған, был — бөтә майҙандарҙың яртыһынан ашыуы. Уңыш былтырғы һөҙөмтә менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ, игенселәр бер гектарҙан уртаса 19,7 центнер ашлыҡ йыя, тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Саҡмағош районы баҫыуҙарында уңыш республика буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ — гектарынан 38,4 центнер, Ауырғазыла — 30 центнер, Ишембайҙа 27,2 центнер тәшкил итә.
Иң ҙур тулайым йыйым Стәрлетамаҡ районында билдәләнгән, унда аграрийҙар — 105,9 мең тонна, ә Саҡмағош игенселәре 102 мең тонна ашлыҡ һуҡҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика