04:14 (UTC+5), 04 Сентября 2019

Октябрҙә Өфөлә «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бер сәғәтлек тариф индерәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Октябрҙән Өфөлә «Башавтотранс» автобустарында һәм электр транспортында бер сәғәтлек тариф индереү күҙаллана. «Алға» картаһы буйынса автобустарҙа юл хаҡы — 20 һум, троллейбустарҙа һәм трамвайҙарҙа 18 һум була. Электр транспортынан автобусҡа күсеп ултырғанда билет өсөн өҫтәмә аҡса түләү талап ителмәй. Был хаҡта Хөкүмәттәге «Транспорт сәғәте»ндә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
1 сентябрҙән «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы автобустарында сәғәт эсендә бер билет менән төрлө маршруттарға күсеп ултырырға мөмкинлек биргән тариф ғәмәлгә инде. «Алға» картаһы проекты июлдә эшләй башланы һәм төбәк муниципалитеттарында тарала.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, август уртаһына карта буйынса түләп йөрөү 48% етте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика