Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Сентябрь 2019, 17:28
Күгәрсен районында Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән балалар баҡсаһы асылды
Күгәрсен районы хакимиәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Белем көнөндә Күгәрсен районының Воскресенск ауылында «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһын асыу тантанаһы уҙҙы. Күркәм бина «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Өфө ҡалаһының 8-се төҙөлөш идаралығы эшселәре ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 35 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һалды. Бында кескәйҙәрҙе төрлө яҡтан үҫтереү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бинала кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар бар. Балаларға — иркен уйын, йоҡо бүлмәләре, музыка һәм физкультура залдары. Саф һауала уйнау өсөн резина япмалы майҙансыҡ эшләнгән.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Әлфәрис Байсурин кескәйҙәрҙе, ата-әсәләрҙе һәм мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәрен яңы бинаға күсеүҙәре менән ҡотлап, һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләне.
http://www.bashinform.ru/news/1349049-v-kugarchinskom-rayone-otkryli-novyy-detskiy-sad-postroennyy-k-100-letiyu-bashkortostana/
Теги:
башҡортостандың 100 йыллығы
балалар баҡсаһы
Читайте нас: