11:30 (UTC+5), 03 Сентября 2019

Республикала түңәрәктәргә һәм секцияларға түләү өсөн уҡыусы сертификаттарын тапшырыу башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Быйылғы уҡыу йылынан республиканың 36 муниципалитетында, шул иҫәптән Өфөлә уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыу башлана. Һәр бала дәүләттән бүленгән аҡса иҫәбенә, мәктәптән тыш, өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йылына сертификаттың уртаса суммаһы 8 800 һум була. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһендәге сығышында аҡсаны икенсе маҡсатҡа тотонорға һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярамағанын билдәләне. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, шәхси ойошмалар — өҫтәмә белем биреү навигаторы каталогында урынлаштырылған барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар ҙа финанслау программаһында ҡатнаша.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Вәсилә Абдрахманова һүҙҙәренсә, был сертификаттар электрон төрҙә бирелә һәм уларҙың барыһында ла исем-шәриф күрһәтелә.
«1 сентябрҙән түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнергә теләгән балаларҙы иҫәпкә алыу башланды. Финанслау сертификаттары быйыл пилот вариантта эшләнә һәм әлегә был программала Башҡортостандың бөтә район-ҡалалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла ҡатнашмай. Сентябрҙә 36 муниципалитетта йәшәгән балаларҙың 25%, шул иҫәптән Өфө уҡыусылары электрон сертификаттар ала», — тип билдәләне Вәсилә Абдрахманова.
8 800 һум — республика буйынса уртаса сумма һәм уҡыусыларҙың йәшәгән, уҡыған урынына ҡарап, кәмергә йәки артырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны «Өҫтәмә белем биреү навигаторы» сайтындағы исемлектә булған түңәрәктәр һәм секциялар өсөн түләргә генә тотонорға була.
Ниндәй программаны финанслауҙы — сертификат аҡсаһы иҫәбенә түләргә кәрәклеген ата-әсәләр үҙҙәре һайлай. Бала сертификат аҡсаһы менән бер нисә программа буйынса шөғөлләнә ала. Ләкин иҫәптә сумма сикле. Муниципалитеттарҙың ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, һәләтле уҡыусылар өсөн сертификаттағы сумманы арттырыу мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика