07:19 (UTC+5), 03 Сентября 2019

«Башавтотранс» автопаркы ҙур автобустар менән тулыланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһы автобустарҙың сираттағы партияһын алды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
«Башавтотранс»ҡа ҙур автобустар тапшыра башланыҡ. Бөгөн — 12, 15 ноябргә тиклем бөтәһе 109 була. Киләһе йылдың апреленә ҡәҙәр «Башавтранс»ҡа, дөйөм алғанда, төрлө класлы 589 автобус бирелә (418-е тапшырылды), был пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын етди үҙгәртергә тейеш», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 августа республиканың берҙән-бер дәүләт ташыусыһы — «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы «Вектор Некст» маркалы урта класлы 180 автобус алды. Шуларҙың 90-ы — ҡалала, тағы шунсаһы ҡала тирәһендә йөрөү өсөн.
15 июлдә, шулай уҡ 9 һәм 20 августа предприятие ҡала-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 200-ҙән ашыу ҙур, урта һәм бәләкәй автобус асҡысы алды.
Бөтәһе 527 автобус һатып алыу өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 2,1 миллиард һум бүленде. Киләһе йылда 433 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.
«Башавтотранс»тың автобус паркын тулыландырыу менән барлыҡ район үҙәктәренән республиканың баш ҡалаһына даими автобус маршруттары асылды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика