14:52 (UTC+5), 02 Сентября 2019

Республикала «Сәләмәтлек поезы» мең шәкәр диабеты һәм 40 онкология сирен асыҡланы

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» акцияһы барышында 78 мең кеше тикшереү үтте. 14 туберкулез, 40-тан ашыу раҫланған яман шеш осрағы асыҡланды, бер нисә мең кеше «шәкәр диабеты» диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылды. 150 кеше - Өфө кардиология үҙәгендә дауаланырға, 300-өнә Өфө дауаханаларында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.
Стоматология модулдәре лә юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте, мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаһы иҫәбенә уларҙа 500 ауыл кешеһе дауаланды.
«Халыҡ беҙҙең акция тураһында ыңғай фекерҙә, тағы ла килеүҙәрен һорайҙар. Әлегә дүрт районға ғына бармай ҡалдыҡ, ләкин 1 октябргә тиклем тотош республикала йөрөп сығырбыҙ», — тип һөйләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Салауатта «Онкопатруль» акцияһына йомғаҡ яһағанда.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай акциялар мотлаҡ дауам ителер.
«Халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың мөһим икәнен аңлаһын, организмын насар ғәҙәттәр менән һәләк итмәһен ине. Яман шеш сире беренсе стадияла уҡ асыҡланғас, кешенән өҫтәмә тикшереү үтеүен һәм дауалана башлауын һорайҙар, ә ул быларҙың барыһынан да баш тартып, үҙен ҡәбергә илтә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1347804-v-bashkirii-aktsiya-poezd-zdorovya-vyyavila-neskolko-tysyach-sluchaev-sakharnogo-diabeta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика