10:25 (UTC+5), 29 Август 2019

Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус иҡтисади зона булдырыуға ғаризаһына ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы сайты
Башҡортостан Башлығы сайты
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында «Алға» махсус иҡтисади зона булдырыуға ғаризаһына ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән документтарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ҡарауға ебәрәләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство-ара эшсе төркөм Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса махсус иҡтисади зона статусын алыуға ғариза төҙөгән. Уның составында — республика Хөкүмәте, Иҡтисади үҫеш министрлығы, власть органдары, шулай уҡ муниципалитет хакимиәттәре вәкилдәре. Идарасы компанияның бурысы Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына йөкмәтелгән.
Махсус иҡтисади зонаға ҡараған дүрт участканың дөйөм майҙаны (һәр районда икешәр) — 468,8 гектар.
Биләмәне үҙләштереү өсөн бында республика булышлығында электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәре, автомобиль һәм тимер юл транспорты өсөн инә торған юлдар төҙөйҙәр. Аҡсаның күләме — 6 миллиард һум самаһы.
Ете потенциаль резидент махсус иҡтисади зона биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ниәттәрен раҫланы ла инде. Улар — нефть химияһы, приборҙар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары.
Республика Хөкүмәте бөтә инвесторҙар менән тейешле килешеүҙәр төҙөгән. Көтөлгән инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 24 миллиард һум тәшкил итә.
Артабан махсус иҡтисади зона биләмәһе яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн киңәйтелеүе мөмкин.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостандың ғаризаһын хупларға әҙер. Бына алда был башланғыс Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа тикшерелде.
«Ыңғай ҡарарға ирешеү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк. Иң мөһиме, федераль кимәлдә хуплау бар, потенциаль проекттар бар. Барыһы ла килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика