07:06 (UTC+5), 29 Августа 2019

«Китап» нәшриәте, стратегик предприятие статусын һаҡлап ҡалып, Матбуғат йортона күсә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең юридик статусын һаҡлап ҡала һәм республиканың стратегик предприятиелары исемлегендә тороуын дауам итә. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында «Китап»тың Өфө полиграфия комбинатынан ҡатмарлы технологик ҡорамалдарын Матбуғат йортона күсереү менән махсуслашҡан ойошманың шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Матбуғат йортондағы майҙандар техник өлөштө урынлаштырыу өсөн полиграфия комбинатына ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ.
«Хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыуға ҡағылышлы һорауҙар бар, унда тәҙрәләрҙән ел өрә, биналарға ла ремонт кәрәк. Ләкин нәшриәттең профиль булмаған активтары бар, мәҫәлән, гараж, уны һатып, аҡсаһын төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин, айырыуса хеҙмәткәрҙәрҙең бүлмәләрен. Беҙҙең баһалар буйынса, биналарҙы ремонтлауға 80 миллион һум самаһы кәрәк, профиль булмаған активтарҙы һатыу — варианттарҙың береһе. Техник яҡтан һорауҙар юҡ, нәшриәткә ҡаты тышлыҡтар әҙерләү өсөн ҡорамал да тапшырыла, ә шәхси компанияларҙың ундайы юҡ», — тине Олег Полстовалов.
Ул ҡайһы бер гәзит редакцияларын Матбуғат йортонан икенсе ергә күсереүҙәре тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы баһаһы буйынса, унда биналарҙың яҡынса 60% буш тора йәки уларҙы ҡуртымсылар файҙалана, редакция коллективтары өсөн урын бар, тип билдәләне ул. «Китап» нәшриәтенең күсеүе тиҫтә йылдар Матбуғат йортонда эшләгән гәзит редакцияларын ҡыҫырыҡламай. «Китап» хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу хаҡында ла һүҙ бармай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика