10:06 (UTC+5), 28 Август 2019

Бәләбәй ҡалаһында йылдам үҫеш биләмәһенең өс яңы резиденты теркәлде

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә өс яңы резидент теркәлде, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында. «Башпеностекло» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күбекле быяла етештереү заводына 270 миллион һум аҡса һала һәм 32 эш урыны булдыра. Заводтың продукцияһы – быяла блоктар, плитәләр һәм башҡа изделиелар. Бынан тыш, витраждар өсөн быяла етештереү ҡаралған.
«Стройинвест» предприятиеһы тимер конструкциялар етештереүҙе ойошторорға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу яҡынса 7,7 миллион һум йәлеп итергә һәм 82 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә.
Өсөнсө резидент – «Наш Хлеб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Компания икмәк, кондитер ризыҡтары, торттар һәм пирожныйҙар бешереүгә махсуслаша. Инвестициялар күләме 5,2 миллион һум тәшкил итә. Яңы эш урындары һаны – 82.
Башҡортостан биләмәһендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына 28 авгусҡа бөтәһе 26 инвестор индерелгән: Бәләбәйҙә һәм Күмертауҙа — 12-шәр, Нефтекамала — 2.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика