12:05 (UTC+5), 27 Август 2019

Радий Хәбиров Владимир Путин менән Күмертау вертолет заводының яҙмышын тикшерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында Күмертау авиация етештереү предприятиеһының киләсәк яҙмышы тикшерелде. Республика етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һатыу нөктәләрен эҙләүҙә әүҙемлек күрһәтергә тейешлеген билдәләне.
«Беҙ уның яҙмышын ашығып хәл итмәҫкә һөйләштек. Әгәр предприятие үҙе беҙҙең ярҙам менән һатыу баҙарҙарын эҙләмәһә, беҙгә үҫешеү ҡатмарлыраҡ булыр, — тине республика етәксеһе һәм сәнәғәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрит Ғилмановҡа ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылырға ҡушты.
Дәүләт башлығы менән осрашыу ваҡытында Өфө — Ағиҙел тимер юл тармағы төҙөлөшө мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты тейешле йөкләмәләр бирҙе.
«Эшкә тотонорға кәрәк. Ошо йүнәлештә тәүге аҙымды яһаныҡ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимовҡа мөрәжәғәт итеп.
Владимир Путин менән осрашыуҙа фән-мәғариф үҙәге, кампус мәсьәләһе, федераль университет темаһына дөйөм ҡараштар тураһында һүҙ барҙы. Рәсәй Президенты ошо мәсьәләләр буйынса кәрәкле йөкләмәләр бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика